Ғаилә йылы
16 Ноябрь 2024, 14:25

Йыр - минең ғүмерлек юлдашым

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә композитор В.Ш.Мәүлитов һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусы һәм ҡурайсы Р.С. Хәсәнов менән осрашыу үтте.

Йыр - минең ғүмерлек юлдашымЙыр - минең ғүмерлек юлдашым
Йыр - минең ғүмерлек юлдашым

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә композитор В.Ш.Мәүлитов һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусы һәм ҡурайсы Р.С. Хәсәнов менән осрашыу үтте.

Музыка һәм өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Иҙелбаева Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы билдәле музыканттарҙың ижады менән таныштырҙы.

Вилүр Мәүлитов балаларға әлеге ваҡыттағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһынған һорауҙарына яуап бирҙе. Рәил Хәсәнов улы менән бергә капелланы башҡарҙы. Сара юғары кимәлдә үтте, уҡыусылар был осрашыуҙан ҙур тәьҫораттар алды. Балаларға музыка уҡытыусыһы Рәил Хәсәновтың оҫталыҡ дәресе оҡшаны.

Бындай саралар үҫеп килгән быуынды рухи тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай,.

Мәктәп хакимиәте һәм педагогик коллективы В.Ш. Мәүлитовҡа һәм ҡурайсы Р. С. Хәсәновҡа осрашыу өсөн рәхмәт белдерәбеҙ

Йыр - минең ғүмерлек юлдашым
Йыр - минең ғүмерлек юлдашым
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас