Синоптиктар алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо хаҡында һөйләне.
Республикала яуым-төшөм һәм боҙлауыҡ көтөлә.
Бөгөн, 15 ноябрҙә, аяҙлы-болотло һауа торошо була. Ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм, айырым райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр .һауа температураһы көндөҙ +1, -4°.
Шәмбе епшек ҡар яуыуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы 0, -5, көндөҙ +1, -4 градус күрһәтәсәк.
Йәкшәмбе, 17 ноябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Шулай уҡ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә 0, -5°, көндөҙ +2, -3°тиклем һыуыта.