Юлыҡ ауылынан Маннапов Ильназ Фәнил улын дуҫтары ,туғандары менән "Илде һаҡлау ир -егеттең бурысы " исемле армияға оҙатыу сараһы уҙҙы .
Егеттәр армияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр .Ильназға үҙҙәренең теләктәрен әйттеләр .Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар .Бер юлы армия сафына барасаҡ Ильназдың әҙерлеге лә тикшерелде .
Ильназ үҙенең ил алдындағы бурысын үтәргә ҙур теләк менән китеп бара .Ул быйыл Сибайҙа күп профилле коллежды тамамлап эшләргә лә өлгөрҙө .Спорт менән дуҫ егетебеҙ хеҙмәт иткән осоронда бирешмәҫ .Уның,ил алдынғағы бурысын үтәп ,имен -һау хеҙмт итеп ҡайтыуын теләйбеҙ .
+24 °С
Ямғыр



