+21 °С
Болотло
Күпме генә иҫкәртеүҙәр яңғырамаһа ла, халыҡ алдана, һуңғы аҡсаһын юғалта, кредит алып, мутлашыусыларға бирә. Йәки мутлашыусылар кешеләрҙең бар мәғлүмәтенә инеп, уның иҫәптәрендәге аҡсаны урлай. аҡсаһы булмаһа, уның исеменән кредит юллай.
Хәҙер мутлашыусылар "Ошо фотола һин түгелме ул?" тигән смс ебәрә. Һәм фотола ысын һеҙ булыуығыҙ ҙа бар. Сөнки нейросеть аша хәҙер кешенең фотоһын да эшләп була, уның тауышын да оҡшаталар.
Шуға күрә бындай смстарҙы асмағыҙ. Иң яҡшыһы асмайынса ғына юйып ташлау.
Һаҡ булығыҙ!