«Тап һеҙ үргән маскировка селтәрҙәре килеп эләкте минең ҡулыма. Уларҙың файҙаһы ҙур булды, һеҙгә оло рәхмәтлемен, Алла бирһә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыу менән, Ғүмәр ауылына барып, селтәр үргән апайҙар менән осрашасаҡмын, ҡурай уйнап, бейетеп ҡайтасаҡмын»,- ти яҡташ яугир һәм һүҙендә тора.
Ғүмәр ауылының «Алтынай» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында Түбә ауылы егете, махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеүсе «Артист» ҡушаматлы егет менән осрашыу үтте.
Ярат ауыл биләмәһе яуҙағыларға маскировка селтәрҙәре үреү эшен районда тәүгеләрҙән булып башлай. Ярат мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева был эште өйрәнеп, нескәлектәрен үҙләштереп, аҙаҡ ауылдаштарына һәм башҡа ауылдарға ла оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шул иҫәптән, Миңзәлә Үҙәнбаева етәкселегендә, ғүмәрҙәр ҙә маскировка сеткаһы үреүгә әүҙем ҡушыла.
«Ул ваҡытта районда маскировка селтәрҙәрен үреү саҡ башланып ҡына тора ине. Беҙ үҙебеҙҙең эште «Ғүмәр ауылынан» тип яҙып Баймаҡта үткән күргәҙмәгә алып килдек. Тап шул ваҡытта яугир әсәһенең, улы һорауы буйынса, селтәр эҙләүе асыҡланды. Шулай итеп, был селтәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илшаттың ҡулына барып эләгә. Шул ваҡыт егет ғүмәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, ҡайтҡас мотлаҡ улар менән осрашасағын белдерә»,-тине М.Үҙәнбаева.
Бына инде түҙемһеҙлек менән көткән ял көндәре килеп етә. Әйткән һүҙендә тора егет. Алдан һөйләшеү буйынса, әсәһе менән Ғүмәр ауылына осрашыуға бара.
Сара Миңзәлә Мират ҡыҙы эшләгән «Алтынай» мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһында ойошторола. Сарала ауыл аҡһаҡалы Йосоп Үҙәнбаев, ағинәйҙәр һәм кескәйҙәр ҡатнашты. Осрашыу шул тиклем яҡшы ойошторолған. Сара башында Илшат үҙенең биографияһы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Кескәйҙәр һәм ҡунаҡтар яугиргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Яугирҙең түшен бик күп миҙалдар биҙәй. «Кавказдағы хәрби хеҙмәте өсөн» күкрәк билдәһе, «19 ноябрь - Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө» уңайынан,
«9 май парадында ҡатнашҡаны өсөн», «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», 2 - се дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Жуков миҙалы». Наградаларының нимә өсөн бирелгәнен дә һөйләне ул.
Осрашыу йыр - моң менән үрелеп барҙы. «Артист» ҡушаматлы егетебеҙ, ысынлап та, артист булған икән! Миңзәлә Мират ҡыҙы баянда уйнаһа, Илшат ҡурайҙа уйнап, тамаша ҡараусыларға матур ғына бер дуэт тәҡдим иттеләр, Илшат үҙе лә ҡурайҙа төрлө күңелле көйҙәр уйнаны. Ҡурайҙа уйнап, бейетәм, тигән һүҙенә тоғро булды ул. Сарала ҡатнашыусылар, ҡурай көйҙәренә рәхәтләнеп бейене.
Ҡунаҡтарға кескәйҙәр сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтте. Унда балалар уйынсыҡ йөк машиналарына ылау тейәп, МХО - ға юлланғандар ине. Йөк машиналарына «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тип тә яҙырға онотмағандар. Техника урап - урап, тейшле ергә барып етеп, яугир егеткә посылкаларҙы тапшыра. Унда көнкүреш кәрәк - яраҡтары, ризыҡтар һалынған ине. Тамаша шул тиклем уйланылған, бик матур килеп сыҡты.
Ағинәйҙәрҙең «Һалдатты яуға оҙатыу йолаһы» ла бар шарттарға тура килтереп башҡарылды. Улар егеткә матур изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы, йорт-илдәрҙең тиҙерәк тынысланыуын, яуҙағыларҙың имен - һау ҡайтыуҙарын теләп доға уҡынылар. Матур йолаға ярашлы, ашар ризығың тыуған яҡтарыңды көтһөн, тигән теләктә егеткә икмәк тешләттеләр һәм аҡ ризыҡ - һөт эсерҙеләр. Был йола үтәлешен кескәйҙәр бик ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Сара балаларҙа патриотик рух тәрбиәләү менән бер рәттән йолаларҙы белеү йәһәтенән дә әһәмиәтле булды.
«Үҙемдең улымда махсус хәрби операцияла. Райондан ебәрелгән һәр гуманитар ылауға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индереп торабыҙ. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт. Улар менән бергәләп бик күп маскировка сеткалары үрҙек, шулай уҡ коллегам, тәрбиәсе ярҙамсыһы Йәмилә Тәлғәт ҡыҙы менән Алтынай балалар баҡсаһынан тип махсус рәүештә ике сетка үрҙек. Бынан тыш, даими рәүештә аҙыҡ - түлек һәм көнкүреш әйберҙәре ебәреп торорға тырышабыҙ. Бөгөн яугир һәм уның әсәһе менән тәүгә осраштыҡ. Әммә улар миңә үҙ туғандарымдай яҡын тойолдо. Улар икеһе лә шул тиклем ихластар, аралашыусандар, танышыуыбыҙға шул тиклем шатмын. Яугир егетте үҙемдең улымдай яҡын күрҙем. Беҙгә һәм кескәйҙәргә бүләк, ыкүстәнәстәрен тотоп килгән Илшатҡа һәм Фәниә Мөхәмәтшәриф ҡыҙына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөгөн әйтелгән барлыҡ изге теләктәр тормошҡа ашыуын теләйбеҙ» , - тине Миңзәлә Мират ҡыҙы.
Матур сара мул ризыҡлы сәй табыны менән тамамланды. Йыр-моң яратыусылар өҫтәл артында ла йырлашып ултырҙы:
Әйҙәгеҙ дуҫтар йырлайыҡ бергә
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына.
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Йәшәйек донъяла һайрап ҡына.
Килдем һеҙгә Иҙел диңгеҙ кисеп,
Һеҙҙе һағынып ҡанатланып осоп.
Ҡош ҡанаттары түгел иңемдә
Йыр ҡанаттары минең күңелдә, - йырҙы бергәләп матур итеп башҡарҙы улар.
Эйе, йырҙағыса, сит яҡтарынан тыуған яҡтарына ҡанатланып осоп тигәндәй һағынып ҡайтыусы йырсы егет тиҙҙән йәнә яуға юл ала. Яҡындарыңдың изге доғаолары, фатихалары бер үк һаҡлаһын һине, батыр егетебеҙ!