Яҡташыбыҙ Өфө полицияһын етәкләне
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы начальнигы вазифаһына яҡташыбыҙ полиция полковнигы Илгиз Әхәт улы Байсурин тәғәйенләнде. Был хаҡтағы бойороҡҡа Башҡортостандың эске эштәр министры Александр Прядко ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы Өфө ҡала идаралығының рәсми telegram-каналы.
Илгиз Байсурин Баймаҡтан. Уға 43 йәш. Эске эштәр органдарында 1997 йылдан эшләй. 2001 йылда Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлап, юғары юридик белемгә эйә була.
2013 йылдың апрелендә Илгиз Байсурин Өфөнөң 1-се полиция бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә, бер йылдан һуң 2-се полиция бүлеге начальнигы итеп күсерелә. 2018 йылдың июнендә ул Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.
Хеҙмәт итеү осоронда юғары профессионализмы өсөн өс тапҡыр «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Яҡташыбыҙға яуаплы эшендә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.