1 сентябрҙән район мәктәптәрендә һәр уҡыу аҙнаһы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимндарын башҡарыу, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагтарын күтәреү менән башлана.
Бөгөн район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары тантаналы линейкаларҙа ҡатнашты. «Бындай тәжрибә үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоһон формалаштырыуға булышлыҡ итә», - тип билдәләне район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнил Нәҙерғолов.
Был сарала дәүләт флагтарын күтәреү өсөн уҡыуҙа, спортта, фәндә йәки ижадта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар һайлап алына. Флагтарҙы күтәргән ваҡытта уҡыусылар гимндарҙы йырлай. Тантаналы линейканан һуң бар уҡыусылар өсөн дә “Мөһим темаға һөйләшеү” дәрестән тыш сараһы үткәрелә.