Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
11 Ноябрь 2024, 06:20

Шәкәреңде тикшерт

11-15 ноябрҙә республика поликлиникалары ҡарамағындағы һаулыҡ үҙәктәрендә төбәк халҡы өлкән һәм балалар эндокринологы һәм терапевты (хәүеф факторҙары асыҡланған кешеләр өсөн) профилактик тикшереү үтә аласаҡ. Башҡортостанда диабетҡа ҡаршы көрәш аҙналығы башланды

Башҡортостанда диабетҡа ҡаршы көрәш аҙналығы башланды. Был хроник ауырыу, ул ашҡаҙан аҫты биҙе инсулинды етерлек күләмдә етештермәгән осраҡта йәки организм инсулинды һөҙөмтәле ҡуллана алмағанда барлыҡҡа килә.

11-15 ноябрҙә республика поликлиникалары ҡарамағындағы һаулыҡ үҙәктәрендә төбәк халҡы өлкән һәм балалар эндокринологы һәм терапевты (хәүеф факторҙары асыҡланған кешеләр өсөн) профилактик тикшереү үтә ала.

Шулай Уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм 4-се балалар поликлиникаһы табиптары Бөрө, Сибай, Туймазы үҙәк район дауаханаларына, Мәсәғүт ауылына Һәм Күмертау ҡала дауаханаһына барасаҡ.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас