Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
11 Ноябрь 2024, 11:40

Республикала 1,7 миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан.

Ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтәһе 2,4 миллион кешене (халыҡтың 60%) миҙгелле киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау планлаштырылған...

Республикала быйыл 1,7 миллиондан ашыу кеше киҙеүҙән прививка яһатҡан. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков ошо хаҡта белдерҙе. Иммунизация 73 медицина ойошмаһында үткәрелә, унда 249 прививка кабинеты урынлаштырылған. Бөтәһе 2,4 миллион кешене (халыҡтың 60%) миҙгелле киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау планлаштырылған. Башҡортостанға федераль бюджет иҫәбенә 1 905 940 доза вакцина килтерелгән, тағы ла 3 мең доза төбәк бюджеты аҡсаһына һатып алынған. Грипп һәм киҫкен респиратор вируслы сирҙәр менән ауырыусыларҙы дауаханаға һалыу өсөн 1591 инфекцион койка бар, эпидемик күтәрелеш осоронда өҫтәмә рәүештә 687 койка урынлаштырыу планлаштырыла. Стационарҙарҙа һәм дауаханаларҙа эшләү өсөн 31 369 кеше әҙерләнгән. Дарыуҙар менән тәьмин ителеш 100 процент тәшкил итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас