Батыр яугирҙең исеме мәңгеләштерелде
Октябрь аҙағында Ниғәмәт мәктәбендә махсус операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Әҡсән Мырҙағәлинға арналған Герой партаһы асылды. Унда яугирҙең әсәһе Әсмә Әхмәтсафа ҡыҙы, ҡатыны Гөлдәр, улы Санъяр, ҡыҙы Сәғиҙә, класташы Илнур Дәүләтшин, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Сараға шулай уҡ Әҡсән Зиннур улының уҡытыусылары Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Менәүерә Хәсәнова, Рәйсә Иҫәнбаева ла саҡырылғайны. Улар барыһы ла батыр егетте яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алды. «Рухлы, дәртле булды. Мәктәптә, ауыл тормошонда үткән һәр сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Спорт менән дуҫ булды» , - тине улар.
Ә. Мырҙағәлин Чечен һуғышында ҡатнашып, хәрби хәрәкәттәр ветераны була. 2022 йылда тәүге мобилизация менән махсус хәрби операцияға юллана. Кесе сержант званиеһында взвод командиры була. Уны иптәштәре «Алтын» ҡушаматы менән йөрөтәләр. Сөнки яҡындары әйтеүенсә, ул булған эштәргә маһир, оҫта ҡуллы, изге күңелле һәм ярҙамсыл була. Яу яланында үҙ ҡулдары менән ултырғыстар, мунсалар төҙөй.
Сарала уҡыусыларға Әҡсән Зиннур улының яуҙа күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр. Уның менән бергә киткән егеттәр тәжрибәле командир ҡурсыуы аҫтында утты-һыуҙы кисеп, ике йыл бергә йөрөйҙәр. Июнь айында үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ете - һигеҙ яралы егетте алғы һыҙыҡтан алып сығып, сираттағыһына барып еткәндә, снайпер уның йөрәгенә тоҫҡап атҡан, тине уның яҡындары.
Мобилизацияның тәүге көндәренән яуҙа булған батыр егет махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда "Батырлыҡ өсөн", "Хәрби батырлығы өсөн", "Генерал Шайморатов" миҙалдары менән бүләкләнә. Яҡташыбыҙ 30 июль яуҙа һәләк була. Үҙе үлгәндән һуң уның ғаиләһенә "Батырлыҡ" ордены тапшырыла.
Батырға арнап, үҙем ижад иткән шиғри юлдарҙы ла яҙмаҡсымын:
"Батыр китте.Һуңғы һүҙе ҡалды,
Һүҙе ҡалды ерҙә аҙашып.
Изге уйы бала хаҡындағы
Үҙе менән китте зар булып.
Ныҡ бул, әсәй, зинһар сабыр булсы,
Ғәфү ит һин мине һөйгәнем.
Балаларым имен үҫһендәр тип,
Ғүмеремде тиккә бирмәнем.
Имен атһын таңдар һәр беренә
Шуның өсөн утҡа беҙ индек.
Ауылдаштар ҡайтыр имен көндә,
Әйтер улар "Дуҫтар, беҙ еңдек"
Тыныс тормош өсөн яуҙа һәләк булғандар мәңге беҙҙең хәтерҙә. Батырҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында баннерҙар ҡуйыла,урамға яугир исемдәре бирелә һәм башҡа эштәр башҡарыла. Яңыраҡ Сибай институтында хәрби операция яугирҙәренә арнап асылған интрактив музейҙа Әҡсән Мырҙағәлин тураһында ла белешмә бар.
Р.Иҫәнбаева