+21 °С
Болотло
25 декабрҙә Өфөлә уҡыусылар өсөн республика Яңы йыл шыршыһы ойошторола. Уның ҡунаҡтары - уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Шыршыға бөтәһе мең бала киләсәк. Яңы йыл тамашаһын «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ике ағымда ойоштороу күҙаллана. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Яримов хәбәр итте.