Бөгөн бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы 0, -5°тәшкил итәсәк.
9 ноябрҙә бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ епшек ҡар яуыуы һәм урыны менән уртаса ямғыр яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -3,-8, көндөҙ -3,+2 градус күрһәтәсәк.
Йәкшәмбе, 10 ноябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән уртаса, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3,+2°.