Ғаилә йылы
8 Ноябрь 2024, 13:25

Боҙло ямғыр хаҡында иҫкәрттеләр

Иҫләйһегеҙме, былтыр боҙ яуып урамда йығыла-эләгә, атлай алмай бер булғайныҡ. Быйыл да шул хәл күҙәтелергә уйлай. Бынан тыш көслө ел дә көтөлә...

Киләһе тәүлектә Башҡортостанға боҙло ямғыр көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 27 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, төндә һәм иртәгә ҡар, ямғыр яуыуы фаразлана. Урыны менән боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метр, урыны менән ныҡ көслө, секундына 25-27 метрға етеүе мөмкин.

Һауа температураһы -2, -7, көньяҡ-көнсығышта -12, көндөҙ -2, 3 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас