Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
8 Ноябрь 2024, 08:55

Ҡатындарҙы 11 миллион һумға алдаған ир - төрмәлә

Алданған ҡатындар 8 миллион һумға яҡын кредит ала һәм "Мерседес бенц", "Киа Церато", "Ниссан Патрол", "БМВ" маркалы машиналар һатып ала һәм уларҙы ғәйепләнеүсегә тапшыра. Шулай уҡ улар иргә үҙҙәренең шәхси автомобилдәрен "Шевроле Круз", "Киа Рио" һәм бурысҡа аҡса бирә...

Өфө прокуратураһы «ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдәге мутлашыу»статьяһы буйынса 38 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.

Төбәк күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың сентябренән 2023 йылдың июненә тиклем ир өс ҡатынды килем алыу өсөн артабан ҡуртымға биреү өсөн машиналар һатып алыуға автокредит алырға күндергән. Алданған ҡатындар 8 миллион һумға яҡын кредит ала һәм "Мерседес бенц", "Киа Церато", "Ниссан Патрол", "БМВ" маркалы машиналар һатып ала һәм уларҙы ғәйепләнеүсегә тапшыра.

Шулай уҡ улар иргә үҙҙәренең шәхси автомобилдәрен "Шевроле Круз", "Киа Рио" һәм бурысҡа аҡса бирә.

Зыян күреүселәрҙең береһе онкология сиренән яфаланғанын белеп, ир уға сиратһыҙ һәм импорт дарыуҙарһыҙ дауалау мөмкинлеге тураһында ялған мәғлүмәт бирә. Алынған машиналарҙы ир, хужаларының ҡултамғаһын үҙе ҡуйып, өсөнсө кешеләргә һатҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһында.

Килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 11 миллион һумдан ашыуҙы тәшкил итә. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Хәҙерге ваҡытта ул мутлашыу өсөн төрмәлә ултыра. Хәҙер уға был ҡатындарға ҡарата ҡылған енәйәте өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас