Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2024, 05:45

Иҫке телефоны аша микрозайм алғандар

Әгәр кеҫә телефонының номерын үҙгәрткән булһағыҙ, уға "Дәүләт Хеҙмәттәре", онлайн-банктар йәки интернет-магазиндар ҡушымталары бәйләнгәнме — юҡмы икәнлеген ҡабаттан тикшерегеҙ.

Башҡортостанда 59 йәшлек ҡатын почта йәшнигендә кредит буйынса бурысын ҡаплауҙы талап иткән хатты ала. Бер ниндәй ҙә кредит алмағанлыҡтан, ул кредит тарихын тикшерергә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә дөйөм суммаһы 20 мең һумдан ашыу булған бер нисә микрозайм таба. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, енәйәтсе, уның иҫке телефон номерын ҡулланып, «Дәүләт Хеҙмәттәре» нә инә һәм кредиттар ала.

Әгәр кеҫә телефонының номерын үҙгәрткән булһағыҙ, уға "Дәүләт Хеҙмәттәре", онлайн-банктар йәки интернет-магазиндар ҡушымталары бәйләнгәнме — юҡмы икәнлеген ҡабаттан тикшерегеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас