Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2024, 12:30

Бөйөк дин әһеле иҫтәлегенә онлайн-конкурс!

2024 йылдың 5 ноябренән 2 декабренә тиклем Ғаилә йылы сиктәрендә күренекле мәғрифәтсе, сәсән, бөйөк аҡыл эйәһе, дин әһеле Шәйех Ғабдулла Сәиди Нурмөхәмәтов ижадына арналған республика конкурсы үтә. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

Бөйөк дин әһеле иҫтәлегенә онлайн-конкурс!Бөйөк дин әһеле иҫтәлегенә онлайн-конкурс!
Бөйөк дин әһеле иҫтәлегенә онлайн-конкурс!

Бөйөк дин әһеле иҫтәлегенә онлайн-конкурс!

2024 йылдың 5 ноябренән 2 декабренә тиклем Ғаилә йылы сиктәрендә күренекле мәғрифәтсе, сәсән, заманының бөйөк аҡыл эйәһе, дин әһеле Шәйех Ғабдулла Сәиди Нурмөхәмәтов ижадына арналған республика конкурсы үтә. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

Бәйгенең маҡсаттары:

- Башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау;

- халҡыбыҙҙа, балалар араһында бөйөк шәхестәргә ҡарата тәрән ихтирам уятыу, уны артабан өйрәтеүгә ылыҡтырыу;

- туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, нәфис һүҙ оҫталығын, мөнәжәт жанрын үҫтереү;

- балаларҙа һүрәт төшөрөү оҫталығын үҫтереү;

- халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, фольклорына һәм йолаларына һөйөү тәрбиәләү.

Бәйгенең шарттары:

  1. Бәйге өс йәш категорияһында ойошторола:

а) 1-5-се кластар уҡыусылары;

б) 6-11-се кластар уҡыусылары;

в) өлкәндәр

  1. Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнә:

- мөнәжәт – (яңғыҙ һәм ансамбль башҡарыу);

- шиғыр (нәсихәттәр);

- дини темаға һүрәт төшөрөү;

- йолалар күрһәтеү.

Бәйгенең талаптары:

  1. Бәйгеселәр видеоға исем-шәрифен, йәшен, йәшәгән урынын яҙып, “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) селтәрендә асылған “Габдулла Саиди Ишан...” төркөмөнә (https://vk.com/gabdullasaidi) ҡуйып барырға һәм #ГабдуллаСаидиИшан2024 һылтанмаһын күрһәтергә тейеш.
  2. Һәр бәйгесегә 5 минут ваҡыт бирелә.
  3. Монтажланған, шулай уҡ башҡа конкурстарға ебәрелгән видеояҙмалар ҡабул ителмәй, телефонға горизанталь рәүештә сифатлы итеп төшөрөлгән видео булыуы мотлаҡ.

 

Баһалау критерийҙары:

а) сығыштың ятланған булыуы;

б) башҡарыусының актёрлыҡ, телмәр оҫталығы;

в) дини һәм милли кейемдең тура килеүе;

г) һәр сығыштың йөкмәткеле, мәғәнәле булыуы;

д) видеояҙманың сифатлы булыуы.

Конкурсҡа йомғаҡ 2 декабрҙә яһала. Эштәрҙе баһалама ағзалары ҡараясаҡ. Һайлап алыу турын үтеүселәр 5 декабрҙә Муллаҡай ауылы клубында үтәсәк финалға саҡырыласаҡ. Бөтә талаптар теүәл үтәлеп төшөрөлгән видеояҙмалар ғына ҡараласаҡ.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 937 841 47 50 (Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы Бәхтиева), башкомитет – Алмас Шамил улы Арыҫланбаев 8 960 387 69 62.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас