+21 °С
Болотло
Һаумыһығыҙ ауылымдың
Ололары, кеселәре.
Йырлы самауыр саҡыра
Ауылымдың кешеләрен, - тип уҙған аҙнала Түбәнге Таулыҡай ауылы халҡы ауылдаштарын урам байрамына саҡырҙы. Ҡунаҡтар матур хәтирәләргә бирелеп, "самауырҙы йыҡҡансы", рәхәтләнеп, тәмләп сәй эсте.
Эйе,ысынлап та,һуңғы йылдарҙа самауыр ҡайнатыу күренеше бик һирәк осрай. Уға туҙ йә ҡуҙ һалып тоҡандырыу, күмер өҫтәп тороу, итек менән борҡотоу, ҡайнап сыҡҡас, урындыҡ тирәләп күмәкләп сәй эсеү - бала саҡтың матур бер хәтирәһе булып күңел төбөндә әле лә һаҡлана.