Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
6 Ноябрь 2024, 09:20

Дональд Трамп һайлауҙа күпселек тауыш менән үтеп бара

Флоридала үҙенең яҡлылар алдында сығыш яһап, Трамп үҙенең еңеүен иғлан иткән. Дональд Трампҡа Европа дәүләттәре башлыҡтарының ҡотлауҙары килә башлаған.

АҠШ-тың Республика партияһынан президентлыҡҡа Кандидат Дональд Трамп һайлау барышында үҙенең дәғүәсеһе Камала Харристы уҙып китте, тип хәбәр итә РИА Новости. Трамп 267 (69 957 417 һайлаусы тауыш биргән) һайлаусы тауышын, Ә Харрис 224 (64 854 959) һайлаусы тауыш биргән) тауыш ҡына йыйған. Ил буйынса еңеү өсөн һайлаусыларҙың кәм тигәндә 270 тауышын йыйырға кәрәк.

Флоридала үҙенең яҡлылар алдында сығыш яһап, Трамп үҙенең еңеүен иғлан иткән. Дональд Трампҡа Европа дәүләттәре башлыҡтарының ҡотлауҙары килә башлаған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас