+21 °С
Болотло
Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Яңы йылға әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Иң элек, республика Башлығы чиновниктарҙы, махсус операция осоронда, корпоративтарҙан баш тартырға саҡырҙы, уларҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров, балалар һәм ғаиләләр өсөн ысын байрам булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Балалар өсөн иртәлектәр ойошторорға, боҙ ҡаласыҡтарын ваҡытында төҙөргә кәрәклеген дә белдерҙе.