Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
5 Ноябрь 2024, 04:55

Көслө ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә

Алдағы өс көндә һауа торошо ниндәй булыр? Һауа температураһы төндә -4, -9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ -2, -7°...

Көслө ҡар һәм боҙлауыҡ көтөләКөслө ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә
Көслө ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә

Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус тәшкил итәсәк.

 6 ноябрҙә, ҡар яуыуы, төндә көньяҡта көслө, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -2, -7, көндөҙ +1, -4 градус күрһәтәсәк.

7 ноябрҙә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, төндә көньяҡ-көнсығыштан уртасаға тиклем. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көньяҡ-көнсығыштан көслөрәк. Һауа температураһы төндә -4, -9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ -2, -7°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас