+21 °С
Болотло
Баймаҡ пенсионеры Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальонының элемтә взводы яугирҙәренә яңы «питбайк» ебәргән.
Хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев яҡташыбыҙ үҙенең исемен әйтмәүҙәрен үтенгән.
— Пенсионерға 66 йәш. Ул ысын күңелдән яугирҙәргә ярҙам итергә, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләй, — тине Илдар. — Бындай мотоциклдар хәрби бурыстарҙы башҡарыу өсөн бик кәрәк. Юлһыҙ урындарҙан мотоцикл елдереп кенә үтеп китә.
Башҡортостандың Урал аръяғы төбәге халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә Баймаҡ районы төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән даими ярҙам күрһәтә.
Афарин. яҡташтар!