Республика Башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре өсөн транспорт ташламаһын юллау еңеләйтелде.
Ташлама уҡыу осоронда 2024 йылдың 1 сентябренән 2025 йылдың 31 майына тиклем Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл ҡала маршруттарында ғәмәлдә.
Күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар, каникул, ял һәм байрам көндәренә ҡарамай, айына 44 сәфәр ҡыла ала.
Документтарҙы: - Социаль ярҙам үҙәге филиалында; - Күп функциялы үҙәк офисында; - Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы аша: vk.cc/cDwriq тапшырырға мөмкин.
Ниндәй документтар кәрәк:
- ғариза биреүсенең паспорт күсермәһе;
- бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ күсермәһе (14 йәшкә тиклемге балалар өсөн);
- баланың паспорт күсермәһе (14 йәштән өлкәндәре өсөн);
- күп балалы ғаилә таныҡлығының күсермәһе.
Әгәр өлкән балаларға 18 йәш тулған һәм улар көндөҙ уҡый икән, таныҡлыҡты Күп функциялы үҙәктә яңыртырға кәрәк.
Рәсмиләштереү тәртибе — ошонда: vk.cc/cAiWPG. - ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының СНИЛС мәғлүмәттәре.
Бөтә процедура ғариза биргәндән һуң 10 көндән дә артыҡ ваҡыт алмай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярҙам сараһы башҡалары менән ҡушылмай. Мәҫәлән, Берҙәм социаль юл йөрөү билеты сиктәрендә ташламалы юл йөрөү хоҡуғына эйә булғандар, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары уның менән файҙалана алмай.