+24 °С
Ямғыр
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән көслө ҡарлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.
Йәкшәмбе төндә 3 ноябрҙә ямғыр яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡта епшек ҡар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -4 градус, көндөҙ - 3, + 2.
4 ноябрҙә, дүшәмбе, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә -1, -6 градус, аяҙытҡанда -11, көндөҙ 0, -5 градус.