Ғаилә йылы
2 Ноябрь 2024, 06:15

Сыңғыҙҙа ҡаҙ өмәһе гөрләне

Артабан да һәр кемгә эш етерлек ине:кемдер ҡаҙҙы йыуып торҙо, кемдер эсен алды, кемдер бөйөрләтәү таҙартты. Эш бик ыңғай барҙы.

Көндәр һалҡынайыу менән ауылдарҙа күңелле мәшәҡәттәрҙең береһе - ҡош-ҡорт йолҡоу, һуғым өмәләре башлана. Йорт хужалары, ғәҙәттә, бындай эштәргә ярҙамсылар әйтә.  

Кисә Сыңғыҙ ауылының уңған ғаиләләренең береһе Айһылыу һәм Салауат Гөлбәйетовтар ҙа ҡаҙ йолҡоу өмәһе үткәрҙе. Уларға ярҙамға күршеләре Айгөл Уразбаева, Гөлкәй Гөлбәйетова, Миңлегөл Ханафина килде.  Уңған ханымдар тиҙ арала ҡаҙҙы матурлап йолҡоп та ҡуйҙы. Ғаилә башлығы үҙенә йөкмәтелгән бурыс -ҡаҙҙарҙы таҙа итеп өтөү эшенә лә бик яуаплы ҡараны.

Артабан да һәр кемгә эш етерлек ине:кемдер ҡаҙҙы йыуып торҙо, кемдер эсен алды, кемдер бөйөрләтәү таҙартты. Эш бик ыңғай барҙы.

"Берҙәмлектә - көс", тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер. Өмә күмәк көс менән тиҙ арала тамамланды. Кисен, матур йолаға ярашлы, ярҙамсылар йорт хужаларына киске ашҡа килде. Һәр кем ҡаҙ итенән ауыҙ итеп, тәмләп, ҡоротлап һурпа эсте. 

"Ҡош - ҡортто йыл да күп итеп алып торабыҙ, үҙебеҙгә лә етә, балаларыбыҙға ла күстәнәскә бирәбеҙ. Именлектә ашарға яҙһын", - ти йорт хужабикәһе.

Гөлбәйетовтарҙың уңған, тырыш ғаиләһе ҡош - ҡорт көтөүҙән тыш, аҙбар тултырып һыйыр малы, һарыҡ та көтә. Уңған ғаиләгә афарин, тиергә генә генә. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас