Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
1 Ноябрь 2024, 11:10

"Толпар" ҙа шағир иҫтәлегенә бәйге үтте.

"Толпар" балалар баҡсаһында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Рәйес Түләковтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған шиғыр ятлау конкурсы үтте. Ижади бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм педагогтар үҙҙәрен һынап ҡараны.

"Толпар" ҙа шиғри бәйге үтте.

«Толпар» балалар баҡсаһында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Рәйес Түләковтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған шиғыр ятлау конкурсы үтте. Ижади бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм педагогтар үҙҙәрен һынап ҡараны.

Рәйес Ғоссам улы 1959 йылдың 14 октябрендә Буранбай ауылында тыуа. Башланғыс белемде 1-се Этҡол урта мәктәбендә ала, һуңынан Сыңғыҙ 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Ул 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы булып башлай.

1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Сибай яҙыусылар ойошмаһында яуаплы секретарь булып эшләй. 1994 йылдан - Сибай педколледжында, 1996 йылдан Сибай институтында уҡыта.

Р.Түләктең иң беренсе китабы - 1988 йылда донъя күргән «Ирәндек таңдары» исемле шиғырҙар йыйынтығы. Унан һуң бер-бер артлы  «Ҡашмау» йәки «Йүгәнем бар -атым юҡ», «Егет һүҙе» , «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып», «Мең дә бер кис», «Йырлы йәндә ҡояш байымай»  китаптары баҫыла. Ул өлкәндәр менән бер рәттән, балалар өсөн дә шиғырҙар ижад итә.    

 «Толпар» ҙа үткән шиғыр бәйгеһе лә шағирҙың ижадына хөрмәт күрһәтеү, шиғриәтен пропагандалау, үҫтереү һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторолдо. Конкурсанттар бәйгегә ныҡлы әҙерләнгәндәр, һәр сығыш ҡунаҡтар тарафынан алҡыштарға күмелде.

Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы. Шулай ҙа, ярыш булғас, еңеүсеһе лә була, тигәндәй, беренсе урынды  мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Шәйәхмәтов яуланы. Ул шағирҙың "Быйма" исемле шиғырын бик оҫта, эмоциональ итеп һөйләне. Икенсе урынды, әҙерлек төркөмөнән Рөстәм Абдуллин,  Эмир Иҫәндәүләтов, Ансар Салихов алды, шулай уҡ ошо төркөмдән  Сафия Раева һәм  Эльвира Шәрипова,  Эмилия Ғәбитова, уртансы төркөмдән  Элина Сәғитова бүлеште.

Тәрбиәселәр араһында беренсе урынға Лиза Сирғәлина лайыҡ булды. Икенсе урын Альбина Байморатоваға, өсөнсө  Гөлшат Юнысова бирелде. Бәйгеселәргә шағирҙың туғандары тарафынан әҙерләнгән бүләктәр, дипломдар тапшырылды.

Бындай саралар, балаларҙа яҡташ яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу, туған телгә һөйөү, ғорурлыҡ, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй.

Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә мәктәпкәсә осор ҙур әһәмиәткә эйә. Шиғри бәйге балаларҙа башҡорт рухын тәрбиәләү, нәфис һүҙ оҫталығына, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың телмәрен үҫтереүҙе төп бурыс итеп ҡуя.

 

 Ғәлиә Раева,   «Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас