Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
1 Ноябрь 2024, 06:10

Пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә ни эшләргә?

Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының сәнәғәт предприятиеларына дошмандың өс пилотһыҙ аппараты һөжүм иткәйне. Бәхеткә, ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ...

Пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә ни эшләргә?Пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә ни эшләргә?
Пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә ни эшләргә?

Өфөгә дошмандарҙың дрондары һөжүм итә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров былай тине:

- Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының сәнәғәт предприятиеларына дошмандың өс пилотһыҙ аппараты һөжүм итте. Террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб сиктәрендә беҙ бындай һөжүмдәрҙән һаҡланыуҙың системаһын булдырҙыҡ. Беренсе БПЛА предприятиеларҙың береһенә төшә һәм оператор бүлмәһендә быялаларҙы яра. Икенселәре сәнәғәт зонаһына ҡолай. Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ.

Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу тураһында кәңәштәрен бирҙе.

- Әгәр кеше бинала булһа, мөмкин булһа, аҫҡы ҡаттарға,  подвалға йәки паркингҡа төшәргә кәрәк.

- Лифт менән файҙаланырға кәрәкмәй, ул туҡтарға мөмкин.

- Әгәр граждан фатирҙа икән, тәҙрәһеҙ урынға йәшенергә кәрәк. Ғәҙәттә, был ванна бүлмәһе. Бында иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрәләргә бер нисек тә яҡын килергә ярамай.

- Урамда булғанда, шунда уҡ яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингҡа һыйынырға кәрәк.

- Транспортта булғанда, уны шунда уҡ ташлап, йәшенеү урыны табырға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас