Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
1 Ноября 2024, 11:30

Мостафа Ҡотосов иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте.

Эшендә тынғыһыҙ хеҙмәткәр, ғаиләһендә хәстәрлекле тормош иптәше, балаларына өлгөлө атай була ул. Тормош иптәше Фирүзә Ҡаһарман ҡыҙы менән ете балаға:Гөлсәсәк, Гөлдәр, Вәлиә, Зөлфиә, Фәрзәнә, Рәмиләгә һәм Рәмилгә ғүмер бүләк итәләр. Балаларының бөтәһе лә тиерлек атаһының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Уларҙың барыһы ла ҡорған ғаиләләре менән балалар үҫтереп матур итеп йәшәй. Аталары иҫтәлегенә волейбол ярышын үткәреүҙе ойоштороуға ла улар бар көсөн һалды.

Мостафа Ҡотосов иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте


Ҡаланың «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусы Мостафа Ҡотосов иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. Унда ҡаланың 1-се, 2-се, 5-се мәктәптәре, Баймаҡ лицей- интернаты, беренсе Төркмән, Сыңғыҙ, Темәс спортсылары көс һынашты. Сарала мәрхүмдең ҡатыны, балалары, бергә эшләгән коллегалары ҡатнашты.
Мостафа Ибраһим улы 1946 йылдың ғинуарында Буранбай ауылында тыуған. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән егет киләсәген уҡытыусы һөнәренә бағышлай. География факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Уның дөйөм педагогик стажы - 41 йыл. М.Ҡотосов мәктәптә етәксе вазифаларында ла эшләй. Шул уҡ ваҡытта ауыл Советы депутаты эшен дә ышанып тапшыралар уға. Тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәттәре һәр саҡ юғары баһалана. 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә, үҫеп килгән йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн 2005 йылда Баймаҡ ҡала советы президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Уҡытыусы һөнәре - Хоҙайҙан, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Улар хеҙмәтен мәктәптә белем биреүсе, дәрес уҡытыусы тип кенә аңлайбыҙ. Әммә уның мәғәнәһе киңерәк. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш, уҡыусыларҙың һәләттәрен һәр яҡлап асырға ла тырыша улар. Мостафа Ибраһим улы ла тап шундайҙарҙан була. Ул Сыңғыҙ мәктәбендә уҡытҡанда балаларға бейеү түңәрәге лә алып бара. Унда шөғөлләнеүселәр район конкурстарында һәр саҡ алдынғы урындар яулай. Был ҡаҙаныштар артында етәксенең бейеү сәнғәтен аңлауы һәм ҙур тырышлығы ята. Үҙенең дә бейеү өлкәһендә яулаған үрҙәре күп. 1997 йылда район кимәлендә үткән «Байыҡ» бейеү конкурсында 3-сө, 2003 йылда Йәүҙәт Бикбирҙин призына үткәрелгән ярышта үҙ категорияһында 1-се урын яулай, ә инде 2006 йылда Ю.Барлыбаев призына халыҡ таланттары араһында Гран-при яулаһа, 2008 йылда «Байыҡ» республика бейеү конкурсы дипломанты булып таныла.
Эшендә тынғыһыҙ хеҙмәткәр, ғаиләһендә хәстәрлекле тормош иптәше, балаларына өлгөлө атай була ул. Тормош иптәше Фирүзә Ҡаһарман ҡыҙы менән ете балаға:Гөлсәсәк, Гөлдәр, Вәлиә, Зөлфиә, Фәрзәнә, Рәмиләгә һәм Рәмилгә ғүмер бүләк итәләр. Балаларының бөтәһе лә тиерлек атаһының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Уларҙың барыһы ла ҡорған ғаиләләре менән балалар үҫтереп матур итеп йәшәй. Аталары иҫтәлегенә волейбол ярышын үткәреүҙе ойоштороуға ла улар бар көсөн һалды.
«Баһадир»ҙа йыл һайын райондың арҙаҡлы шәхестәренә арналған милли көрәш, бокс һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрелеп тора. М.Ҡотосов кубогына ойошторолған волейбол ярышы был спорт төрөн киңерәк йәйелдереүҙе маҡсат итте. Сара башында Мостафа Ибраһим улы менән бер осорҙа эшләгән мәғариф ветераны, райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтоваға һүҙ бирелде. «Ул ауылының, район тарихын өйрәнде, эҙләнеүҙәр алып барҙы, Ҡотосовтар шәжәрәһен, Буранбай сәсән тураһында күп мәғлүмәттәр туплау менән шөғөлләнде. Бер урында тапанманы,һәр саҡ ниндәйҙер файҙалы эш менән мәшғүл булды», - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты. Буранбай мәктәбендә оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегалары Сәғитулла Хәмитов һәм Хәбир Раев Мостафа Ибраһим улы менән бергә эшләгән йылдары тураһындағы йылы хәтирәләре менән бүлеште. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе Х.Раев ҡунаҡтарға йыр бүләк итте.
«Мостафа Ибраһим улы ҡулында белем - тәрбиә алдыҡ. Һәр яҡтан да алдынғы булды ул. Беҙҙе бейеү буйынса төрлө конкурстарға алып йөрөнө, география уҡытыусыһы булараҡ, төрлө турслеттарҙа ҡатнаштыҡ һәр бер нисә йыл рәттән еңеүсе булдыҡ. Яратҡан уҡытыусыбыҙҙы әле лә ҙур ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Уның кубогына, ғөмүмән, райондың алдынғы шәхестәренә арнап киләсәктә лә төрлө спорт ярыштарын дауам итергә уйлайбыҙ», - тине элекке уҡыусыһы, әлеге ваҡытта Сыңғыҙ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рәшит Буранбаев.
Мостафа Ҡотосов кубогына волейбол ярышы бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Барлығы һигеҙ команда көс һынашты. Спорт залы көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләү, уйынсыларҙың дәртле, көр тауышынан яңғырап торҙо.
Шулай итеп, 3- сө урынды беренсе Төркмән, икенсе урынды - Сыңғыҙ, беренсене-Темәс мәктәбе волейболсылары яуланы. Күсмә кубок Темәс спортсыларына тапшырылды. Уларға миҙалдар, волейбол туптары бүләк ителде. Шулай уҡ оҫта уйынсылар ҙа төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Мәрхүмдең балалары, аталары иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙы ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Районда волейбол спортын үҙ итеүселәр йылдан - йыл арта. Ошондай ярыштар ҙа быға этәргес булып тора. М.Ҡотосовтың иҫтәлегенә арналған ярыштан һәр кем дәрт, көс алып таралышты.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас