+21 °С
Болотло
Өфөлә Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта БР Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.Улар араһында "Ленин" ЯСЙ-һының баш инженеры Ғәле Сәғәҙәтов та бар ине.Ғәле Ғиса улына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ғәле Сәғәҙәтовтың барлыҡ хеҙмәт улы Ленин исемендәге хужалыҡ менән бәйле.Хеҙмәт юлын колхозда механизатор булып башлай. Артабан механик булып эшләй, оҙаҡ йылдар инде предприятиеның инженерия хеҙмәтен уңышлы етәкләй.
Афарин, ҡотлайбыҙ, лайыҡлы баһа!