Баймаҡ ҡалаһында "Карьера көнө" үтте. Ҡала хакимиәтенең конференциялар залында 80-дән ашыу кеше йыйылды.
Улар алдында "Башҡорт баҡыры" тау-мәғдән компанияһы персоналын һайлап алыу бүлеге начальнигы Светлана Каткова сығыш яһаны. Ул ойошманың нимә менән шөғөлләнеүе, предприятиеның пландары һәм перспективалары, талап ителгән вакансиялар хаҡында һөйләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар белем алыу һәм карьера үҫеше мөмкинлектәре, социаль программалар, йәштәр советы эше, көнкүреш шарттары һәм башҡалар тураһында белде. "Юбилейлы" ер аҫты руднигының ОТиЗ начальнигы Илфат Байғужин һәм тау-технологик транспорт Цехы электормеханигы Дмитрий Кутуков үҙҙәренең подразделениелары тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа урындағы колледждың студенттары ла булды. Уларға тау-мәғдән компанияһында диплом алғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген башлау перспективалары тураһында һөйләнеләр.