Ғаилә йылы
30 Октября 2024, 03:30

Юлдар тайғаҡ буласаҡ

Октябрҙең һуңғы көндәре һалҡын һәм ямғырлы буласаҡ

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йома, 1 ноябрҙә, ваҡыты менән ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ 0,+5°.

Октябрҙең һуңғы көндәре һалҡын һәм ямғырлы буласаҡ. Ямғыр һәм епшек ҡар рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, аяҙытҡанда -8°, -10°, көндөҙ +1,+6°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас