Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
30 Октября 2024, 11:35

Халыҡ хәтере мәңгелек

Йосоп Ҡунаҡбайҙың дүрт ҡыҙы һәм бер улы була.Иң олоһо Сәрбиямал 1921 йылдың февраль айында тыуа.Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыған саҡта,атаһы ҡулға алына.Өйҙәге кескәй ҡыҙ туғандарын Украиналағы балалар йортона ебәрелә.,ә улы бәләкәй саҡта вафат була...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

1896 йылда Таһир ауылында тыуған Йосоп Ҡунаҡбаев. Бөрйән-Түңгәүер контонының Темәс волосында Совет власын урынлаштырыуҙа һәм нығытыуҙа актив ҡатнаша. Һаҡланып ҡалған документтар буйынса беҙ уның Бөрйән-Түңгәүер кантонының эшсе-крәҫтиән һәм ҡыҙыл армеец депутаттарының өсөнсө съезында тауыш биреү хоҡуғы менән делегат булыуын, 1920 йылда контондың алтынсы партия конференцияһында ҡатнашыуын, Башҡортостан Совет Республикаһы төҙөгәс, Ҡырағай-Ҡыпсаҡ волосынан съезға делегат итеп һайланыуын беләбеҙ. 69-сы һанлы билет Йосоп Ҡунаҡбаевтың Коммунистар(большивиктар) фракцияһы ағзаһы булыуын раҫлай.
1920-1921 йылдарҙа Йосоп Ҡунаҡбаев Темәс волосында бандитизмға ҡаршы көрәште ойоштороусы була. 1921 аслыҡ йылында Киске Башҡортостан аҙыҡ -түлек халыҡ комиссариатының 154 -се приказы менән Бөрйән -Түңгәүр кантонының аҙыҡ -түлек комитеты уполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. Был яуаплы бурысты үтәү осоронда ул "А" литеры менән телеграммалар ебәреү һәм тура телефон бәйләнеше менән файҙаланыу өсөн сикләнмәгән хоҡуҡтарға эйә була. Ул бөтөн көсөн һәм дәртен халыҡты, айырыуса балаларҙы, аслыҡтан ҡотҡарыуға, контонда профсоюз һәм копперация эшен нығытыуға бирә. 1923-1925 йылдарҙа Йосоп Ҡунаҡбаев Йылайыр кантоның икенсе-бишенсе партия конференсияларында ҡатнаша, контондың эске эштәр бүлеге органдарында эшләй, Башҡортостан тау тресы идаралығының аҙыҡ -түлек тәьминәте бүлегенә етәкселек итә. Партия ҡайҙа ғына ебәрмәһен, ул һәр эште намыҫ менен үтәй.
1925-1926 йылдарҙа Йылайыр кантонында профсоюз эштәрен актив ойоштороусы булараҡ, ул пофсоюз съезында ҡатнаша.
1927-1930 йылдарҙа Ҡунаҡбаев башҡарма комитенда эшләй.
1930 йылда контондарҙан райондар төҙөлә. Совет съезында Баймаҡ район Совеҙы башғарма комитеты һайлана. Йосоп Йыһангир улы Ҡунаҡбаев уның председателе була.
Артабан ул Өфө ҡалаһындағы "Дубитель" берәкмәһенең 1 Май исеменәге шырпы фабрикаһына директор итеп тәғәйенләнә, был вазифа 1934 йылға тиклем эшләй, 1935-1936 йылдар а "Башзолото" берәкмәһенең Түбә приискаһы директор итеп тәғәйенләнә, был вазифа 1934 йылға тиклем эшләй. 1937 йылдан Ҡунаҡбаев Аҡморонда 46-сы йылҡы заводы директоры булып эшләй.
Күреүебеҙсә, яҡташыбыҙ төрлө яуаплы бурыстар башҡара, районда Советвласын нығытыуға күп көс һала. Бер үк ваҡытта ул наҙанлығты бөтөрөү өсөн көрәшә, уның инициатиаһы буйынса Темәстә, Билалда, Таһирҙа яңы мәктәп биналары һалына, Сәләх Кулибай менән ҡустыһы Хөсәйен Ҡунаҡбайға ла уның йоғонтоһо ҙур була.
Үкенскә ҡаршы, беҙҙең яҡтарҙа Совет власын актив ойоштороусы булған был кеше тураһында бер генә яҙыусы һәм журналист та бер ниндәйҙә яҙма ҡалдырмаған. Хәйер, бының өсөн уларҙы ғәйепләп тә булмай. Хикмәт шунда 1937 йылда уға халыҡ дошманы тип ялған ғәйепләп тағалар һәм бер сәбәпһеҙ ҡулға алалар.
Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының 46 -сы йылҡы заводы директоры, 1937 йылдың 5 авгуснда ҡулға алынған Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улының эше 1960 йылдың 24 июнендә СССР Верховный Суды Хәрби Коллегияһының күсмә сессияһы ултырышында яңынан ҡарала. 1938 йылдың 11 июлендә СССР Верховный Суды Хәрби коллегияһының күсмә сессияһы тарафынан Й. Й. Ҡунаҡбаев сығарылған приговорҙан ҡайтанан асыҡлаған сәбәптәр буйынса көсөнән сығарыла һәм енәйәт составы булмау сәбәпле эш туҡтатыла. Й. Й. Ҡунаҡбаев үлгәндән һуң аҡлана.
Таһир ауылы китапханаһы архивынан.
Йосоп Ҡунаҡбайҙың дүрт ҡыҙы һәм бер улы була.Иң олоһо Сәрбиямал 1921 йылдың февраль айында тыуа.Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыған саҡта,атаһы ҡулға алына.Өйҙәге кескәй ҡыҙ туғандарын Украиналағы балалар йортона ебәрелә.,ә улы бәләкәй саҡта вафат була.Стәрленән ҡайтып ауылда тора.1942 йыл ауылдашы етем Йосопов Йәноҙаҡ Өммәт улы (1920 -се йылғы)менән никахлашып донъя көтә башлайҙар.Матур итеп 4 ҡыҙ һәм 4 малай тәрбиәләп үҫтерәләр.Ауылда өс улы матур тормош көтәләр. Ире 1987 йыл ,ә Сәрбиямал инәй 2005 йыл мәрхүмә була.Сәрбиямал инәйҙең бер һеңлеһе ҡайта ауылына,тик ауырып үлеп китә.Башҡа тыуғандарын " Көт мине " ("Жди меня")яҙалар , хәбәр юҡ.

Таһир ауылынан сәйәси репрессия ҡорбандары исемлеге:
Аблаев Суфиян Йосоп улы -1886 йылғы.
Биктимеров Байтүрә Мөхәмәҙи -1886 йылғы.
Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы -1885 йылғы.
Көмөшбаев Исмәғил Фәиз улы 1874 йылғы.
Хөсәйенов Әбдрахман Ғәбит улы 1896 йылғы.
Хоҙайғолов Йосоп Ғәней улы 1873 йылғы.
Хоҙайғолов Китап Таштимер улы 1895 йылғы.
Әлибаев Вәлиәхмәт Шәғиәхмәт улы 1884 йылғы.

Йондоҙ Юлдашева,

китапханасы.

Халыҡ хәтере мәңгелек
Халыҡ хәтере мәңгелек
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас