Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
29 Октябрь 2024, 09:05

Донъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште

Бөрйән районынан Наилә Ишкилдина ҡаҙаҡ мишененә атыу буйынса алтын миҙал яуланы, Шулай уҡ Әбйәлил районынан Гүзәлиә Дәүләтова айырылып торҙо. Ул өс төр атыу буйынса «көмөш» һәм «бронза» ала. Шулай уҡ беҙҙең команда Исеменән Баймаҡ районынан Тимур Өмөтбаев һәм Бөрйән районынан Азат Ишкилдин сығыш яһаны...

Донъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштеДонъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште
Донъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште

25-29 октябрҙә Шымкентта (Ҡаҙағстан) традицион уҡтан атыу буйынса донъя чемпионаты үтте. Dala mergeni – 2024 (Степной стрелок) тип аталған ярыштарҙа Рәсәй, Таиланд, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Франция, Әзербайжан, Иран, Монголия, Тажикстан, Төркиә, АҠШ һәм Һиндостандан 100-ҙән ашыу уҡсы ҡатнашты.

«Мәргән уҡсы» атлы атыуҙы һәм традицион уҡтан атыуҙы үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма рәйесе Юлай Ғәлиуллин һөйләүенсә, халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй исеменән Башҡортостандан дүрт уҡсы сығыш яһаған.

- Бөрйән районынан Наилә Ишкилдина ҡаҙаҡ мишененә атыу буйынса алтын миҙал яуланы, Шулай уҡ Әбйәлил районынан Гүзәлиә Дәүләтова айырылып торҙо. Ул өс төр атыу буйынса «көмөш» һәм «бронза» ала. Шулай уҡ беҙҙең команда Исеменән Баймаҡ районынан Тимур Өмөтбаев һәм Бөрйән районынан Азат Ишкилдин сығыш яһаны, – тип билдәләне Юлай Ғәлиуллин.

Донъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште
Донъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште
Донъя чемпионатында республика уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас