Ғаилә йылы
29 Октября 2024, 12:43

Ағиҙел йылғаһы буйындағы Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлыҡ символы бу

Республика халҡы Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлыҡ символы булған колоннаданың иң яҡшы фотоһына конкурста ҡатнаша ала 

Ағиҙел йылғаһы буйындағы Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлыҡ символы буАғиҙел йылғаһы буйындағы Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлыҡ символы бу
Ағиҙел йылғаһы буйындағы Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлыҡ символы бу

📷 Республика халҡы Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлыҡ символы булған колоннаданың иң яҡшы фотоһына конкурста ҡатнаша ала 

 

Конкурс бер нисә этапта үтә: 

 

- Ғаризалар 2024 йылдың 28 октябренән 8 ноябренә тиклем ҡабул ителә; 

- 2024 йылдың 9 ноябренән 16-на тиклем халыҡ тауыш бирә; 

- 2024 йылдың 17 ноябренән 24-нә тиклем жюри эштәргә баһа бирә; 

- 2024 йылдың 25 ноябрендә йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә. 

 

✅ Номинациялар: 

 

- «Профессиональ фотография» — фотография сәнғәтен оҫта белгәндәр өсөн. 

 

- «Һәүәҫкәр фотография» — фотоға төшөрөү менән мауыҡҡан фотографтар өсөн. 

 

✏ Ғаризалар һылтанма буйынса ҡабул ителә: vk.cc/cDdED2. Бер ҡатнашыусы бер номинацияла өстән артыҡ эш тәҡдим итә алмай. 

 

Халыҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә тауыш бирәсәк. 

 

🏆 Бүләктәр: 

 

«Профессиональ фотография» номинацияһы: 

1-се урын — 40 000 һум; 

2-се урын — 20 000 һум; 

3-сө урын — 10 000 һум. 

 

«Һәүәҫкәр фотография» номинацияһы: 

1-се урын — 15 000 һум; 

2-се урын — 10 000 һум; 

3-сө урын — 5 000 һум. 

 

Фотоконкурсты Өфө ҡалаһы хакимиәте ойоштора. Координаторы — Өфө ижади проекттар һәм креатив индустриялар үҙәге. 

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас