Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
28 Октября 2024, 11:20

Йомаш мәктәбендә шиғриәт кисәһе үтте

Уҡыусылар тыуған ауылы яҙыусыларының -  Зәбихулла улы Нияз Алсынбаев (Серле мосафир), Айһылыу Фәхри ҡыҙы Юнысбаева( Уңалмаҫ яра) нисек шиғырҙар яҙыуы хаҡында тыңланы.

Йомаш мәктәбендә шиғриәт кисәһе үттеЙомаш мәктәбендә шиғриәт кисәһе үтте
Йомаш мәктәбендә шиғриәт кисәһе үтте

Йомаш ауылы мәктәбендә шиғриәт кисәһе үтте.

- Ошо ерлектә үҫкән Һаҡмар йылғаһының ағышын тыңлаған, матур тәбиғәтебеҙҙең саф һауаһын һулап үҫкән ауылыбыҙҙың яҙыусылары Зәбихулла улы Нияз Алсынбаев(Серле мосафир), Айһылыу Фәхри ҡыҙы Юнысбаева(Уңалмаҫ яра)үҙенең шиғырҙар яҙыуы хаҡында һөйләне. Уҡыусылар күренекле башҡорт шағирәһе , драматург, тәржемәсе һәм журналист, күп кенә шиғырҙар китабының авторы Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова ижады менән яҡындан таныштылар. Төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр,викикитапханан шиғырҙарын уҡынылар. Лилиә Һаҡмарҙың күп шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр ижад итә. Йомашым исемле йырҙы башҡарыу барыбыҙҙың да күнелебеҙгә хуш килде, - тип хәбәр иттеләр мәктәптән. 

Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас