+21 °С
Облачно
Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков коронавирус инфекцияһы менән бәйле хәл тураһында хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, уҙған тәүлектә 73 пациентта коронавирус диагнозы раҫланған. Әлеге ваҡытта 54 ауырыу стационарҙа дауалана, 1004 кеше амбулатор рәүештә дауалана. Ковид-госпиталдәрҙә койка фонды 23,6 процентҡа буш тора.
Рәсәйҙә көҙөн ковидтың яңы XEC-штаммы әүҙем тарала. Тәүге осраҡтарҙың береһе Өфөлә теркәлгән.