Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
28 Октябрь 2024, 06:20

Баймаҡ уҡыусыһы халыҡ-ара турнирҙа

Үзбәкстан Республикаһының баш ҡалаһы Ташкентта шашка буйынса Шос һәм БРИКС илдәренең халыҡ-ара турниры старт алды, Унда Баймаҡ уҡыусыһы Самира Хәсәнова ҡатнаша. Рәсәй беренселегенең 4 тапҡыр еңеүсеһе Самира Хәсәнова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында сығыш яһай...

Баймаҡ уҡыусыһы халыҡ-ара турнирҙаБаймаҡ уҡыусыһы халыҡ-ара турнирҙа
Баймаҡ уҡыусыһы халыҡ-ара турнирҙа

25 октябрҙә Үзбәкстан Республикаһының баш ҡалаһы Ташкентта шашка буйынса Шос һәм БРИКС илдәренең халыҡ-ара турниры старт алды, Унда Баймаҡ уҡыусыһы Самира Хәсәнова ҡатнаша. Рәсәй беренселегенең 4 тапҡыр еңеүсеһе Самира Хәсәнова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Турнир сиктәрендә блиц, рапид һәм шашка композицияһы спорт дисциплиналарында халыҡ-ара ярыштар үтәсәк. 27 октябрҙә «тиҙ шашка»дисциплинаһында финал уйындары тамамлана. Рәсәй беренселегенең 4 тапҡыр еңеүсеһе Самира Хәсәнова һайлап алыу турнирын үтте һәм 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында финалға сыҡты. Ныҡышмалы турнир көрәшендә өс ҡатнашыусы бер юлы 4 мәрәй йыя һәм 1-се, 2-се, 3-сө урынды бүлешә. Өҫтәмә критерийҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк була, һөҙөмтәлә Самира өсөнсө булып финишҡа сыға. 

Бөгөн, 28 октябрҙә, «стоклеточные шашки-молниеносная игра» программаһында призерҙар билдәле буласаҡ. Иртән һайлап алыу турниры һәм тәнәфестән һуң финал.

Самираға уңыштар теләйбеҙ! Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас