Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
27 Октябрь 2024, 04:00

Баймаҡ уҡсылары уңыштарға өлгәште

Ир-егеттәр араһында: Рахманғолов Ғәфүр (Үрге Яйыҡбай ауылы); Фәйзуллин Азат(Ниғәмәт ауылы); Хәбиров Ишморат(Сибай ҡалаһы) еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:  Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы); Әлимханова Гөлшат (Темәс ауылы); Ҡолһарина Гөлгөнә (Үрге Яйыҡбай ауылы) иң шәбе булды.  Еңеүгә ынтылыш өсөн Баймаҡ ҡалаһынан Илфат Мырҙағәлин Илдус Ибраһимовтан махсус бүләк—бүрек менән тәбрикләнде.

Баймаҡ уҡсылары уңыштарға өлгәштеБаймаҡ уҡсылары уңыштарға өлгәште
Баймаҡ уҡсылары уңыштарға өлгәште

Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 1 этабы үтте. Ярышҡа республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 40-ҡа яҡын мәргән үҙ көсөн һынап ҡарарға килде. Ярыш 4-8 февраль Орел ҡалаһында уҙасаҡ Рәсәй чемпионатындағы ҡағиҙәләр буйынса ойошторолдо. Дистанция-18 метр, 3 уҡ, 20 сериянан торған квалификация этабы, финалдар.

Баймаҡтар был ярышта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алды. Ир-егеттәр араһында: Рахманғолов Ғәфүр (Үрге Яйыҡбай ауылы); Фәйзуллин Азат(Ниғәмәт ауылы); Хәбиров Ишморат(Сибай ҡалаһы) еңеү яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:  Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы); Әлимханова Гөлшат (Баймаҡ районы Темәс ауылы); Ҡолһарина Гөлгөнә (Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылы) иң шәбе булды. 

Еңеүгә ынтылыш өсөн Баймаҡ ҡалаһынан Илфат Мырҙағәлин Илдус Ибраһимовтан махсус бүләге—бүрек менән тәбрикләнде.

Ярышты ойоштороусы Таһиров Хөрмәт ағайға, ҡорбан аштары менән һыйлаусы Рәмил ағай менән Рәмилә апайға ҙур рәхмәт. Сауаптары насип булһын, тине уҡсылар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас