Районда ушылы эшләп килгән Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтә.
- Үҙ проблемаларыбыҙҙы хәл итеү өсөн проекттарҙа һәм программаларҙа ҡатнашабыҙ. 2017 йылдан алып беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмалар бик күп социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шуларҙың 3-һе президент гранты фонды аҡсаһын файҙаланып, ойошманың матди-техник базаһы күпкә яҡшырҙы. Заманса мәғлүмәт технологиялары социаль дәүләт институттары менән берлектә яңыса эшләргә мөмкинлек бирә. Беҙ инвалидтарҙың федераль реестрына ҡушылдыҡ һәм хәҙер бөтә Рәсәй инвалидтар оойшмаһы ағзаларына социаль хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Ошо йылдар эсендә 12 инвалид эшкә урынлаштырылды. Командабыҙ менән һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ, - тине ойошма рәйесе Луиза Иванова.