Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Октябрь 2024, 05:25

Мостафа Ҡотосов иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте.

8 команданан торған ярышта өсөнсө урынға Төркмән, икенсегә Сыңғыҙ, беренсе урынға Темәс мәктәбе спортсылары лайыҡ булды. 

Районыбыҙҙа йыл дауамында арҙаҡлы шәхестәр иҫтәлегенә төрлө спорт ярыштары үкәрелә. Ошо көндәрҙә ҡаланың "Баһадир" физкультура - һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы,ғүмерен балалаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусы Мостафа Ибраһим улы Ҡотосов иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. Сараны ойоштороусы - Сыңғыҙ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рәшит Буранбаев, мәрхүмдең ҡатыны һәм балалары. 8 команданан торған ярышта өсөнсө урынға Төркмән, икенсегә Сыңғыҙ, беренсе урынға Темәс мәктәбе спортсылары лайыҡ булды. Сара  тураһындағы тулыраҡ яҙманы гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас