+21 °С
Болотло
Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев һәм Миләүшә Килдейәрова етәкләгән почта бүлексәһенең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән быйыл матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ойошҡанлы бара.
Бында "Һаҡмар" гәзитен бүләк ит" акцияһы ойоштороп, МХО- ла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәләренә ярты йыллыҡ подписка бүләк итеү матур йолаға әүерелгән.Уны Миләүшә Мөҙәрис ҡыҙы башлап ебәрҙе - Рәсимә Рыҫмөхәмәтоваға район баҫмаһына подписка бүләк итте.Унан эстафетаны ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев ҡабул итеп алды һәм бөгөн улы МХО- ла ҡатнашҡан Рәйлә Рәхмәтуллинаны район баҫмаһына яҙҙырҙы.Китапханасы Рафиға Ғазина иһә Флүрә Хәсәноваға "Һаҡмар"ға подписка бүләк итте.
Афарин!