Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Октябрь 2024, 04:55

Буранбайҙа шағир һәм яҙыусылар менән осрашыу үтте.

Кисә ауыл китапханаһында Буранбайҙа тыуып үҫкән, әле Өфө ҡалаһында йәшәүсе  шағир, Шәһит Хоҙайбирҙин, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты Әхмәр Үтәбаев, уның бер туған һеңлеләре, районда үткән төрлө шиғыр бәйгеләрендә һәр саҡ призлы урындар яулаусы Мәҙинә Туйсина һәм Гөлнур Раева, шағир Әкрәм Ҡәйепҡолов менән осрашыу үтте.

Буранбай ауылы районда ғына түгел, республикала ла үҙенең талантлы кешеләре - йырсы-бейеүселәре, шағирҙары менән дан тота. Ошо ауылда тыуып үҫкән, әле төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар тыуған яҡтарын онотмай, мәҙәниәт йортона концерттар менән килә, осрашыуҙар үткәрә. Кисә ауыл китапханаһында Буранбайҙа тыуып үҫкән, әле Өфө ҡалаһында йәшәүсе  шағир, Шәһит Хоҙайбирҙин, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты Әхмәр Үтәбаев, уның бер туған һеңлеләре, районда үткән төрлө шиғыр бәйгеләрендә һәр саҡ призлы урындар яулаусы Мәҙинә Туйсина һәм Гөлнур Раева, шағир Әкрәм Ҡәйепҡолов менән осрашыу үтте. Сараны китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева бик матур итеп алып барҙы. Унда мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Сара ҡунаҡтары тамашасыларға шиғырҙарын уҡыны, ятланы, төрлө хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сараны ошо ауылда йәшәүсе, бик күп йырҙар авторы Рәхимә Ғәйетбаева үҙе ижад иткән йырҙары һәм шиғырҙары менән биҙәне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәбир Раев башҡарыуындағы йыр һәр кем күңеленә хуш килде. Осрашыуҙан һәр кем рухи аҙыҡ алып таралды. Афарин, буранбайҙар!

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас