+21 °С
Болотло
21 октябрҙән 24 нә тиклем районда "Йыл педагогы -2004" конкурсы үтте. Иң яҡшы педагог исеменә райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 9 педагог үҙ көсөн һынаны. Өс этаптан торған конкурста улар үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын бар яҡлап сағылдырырға тырышты. Бар конкурсанттар ҙа бәйгегә ныҡлы әҙерләнгән. Уларҙың барыһы ла үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы икәндәре күренеп торҙо. Көсөргәнешле ижади бәйгенән һуң Гран - при "Миләш" балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Алина Исмагиловаға тапшырылды. Алина Марат ҡыҙын һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.