Баймаҡ ҡалаһының үҙәк шахмат клубында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса райондың шәхси беренселеге үтте. Турнир йәш категориялары буйынса айырым зачет системаһы буйынса үткәрелде.
Ир-егеттәр араһында призлы урындарҙы Х. З. Үтәев, А. Х. Бураншин һәм Р.Р. Бикмәтов, ҡатын-Ҡыҙҙар араһында иң яҡшылары-Р. К. Ҡоланбаева, З. К. Байегетова (икеһе Лә Таулыҡай ауылынан) һәм Г. А. Сабирова.
Үҫмерҙәр араһында 3-сө мәктәптән Ишкилдин Азамат, 4-се лицейҙан Сабиров Ибраһим һәм 1-се урта мәктәптән Сыртланов Ғәзим еңде. Бынан тыш, Азамат ир-егеттәр турнирында ярты мәрәй генә юғалтып, абсолют еңеүсе булды. Ә ҡатын-ҡыҙҙар таҡтаһында үҙ йәш категорияһында рус һәм халыҡ-ара шашка буйынса бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы, 3-сө мәктәп уҡыусыһы Хәсәнова Самира йөҙ процент һөҙөмтәгә өлгәште.
З.Зөбәйеров, ярыштар судьяһы.