Себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр. Эйе, ысынлап та, яҙ алған ҡош - ҡорттарҙы өлгөргәнсе көтөү, матур итеп тәрбиәләү - ҙур көс, тырышлыҡ талап итә.
Ә инде көҙ еткәс, уңған хужа һәм хужабикәләр уларҙы эш итә, аш итә. Әле ауылдарҙа күңелле мәшәҡәттәрҙең береһе -өйрәк, ҡаҙ йолҡоу өмәләре әүҙем бара. Йорт хужаларына ярҙамға күршеләре, тыуғандары килә. "Берҙәмлектә- көс", тигәндәй уңған хужабикәләр тиҙ арала ҡош -ҡорттарҙы йолҡоп, матур итеп эсен таҙалап, әҙерләп тә ҡуя. Кисен инде, матур йолаға ярашлы, өмәселәр киске ашҡа йыйыла. Хужабикә һәр береһенә ҡаҙ итенән мул ғына өлөш сығара. Ғәҙәттә, ир-егеттәргә ҡаҙ бото, ҡатын- ҡыҙҙарға - ҡул өлөшө таратыла.
Һәр бер йортта – ҡаҙ өмәһе,
Уйын һүҙ, уңған ҡулдар…
Икенсе өмәгә тиклем
Имен торһон донъялар!