Ғаилә йылы
21 Октябрь 2024, 10:30

Атай ҡыҙы менән осрашты

Яугир Курск ерендә ҡыҙын ҡосағына алды

Атай ҡыҙы менән осраштыАтай ҡыҙы менән осрашты
Атай ҡыҙы менән осрашты

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе ирекмәне Лилиә Сәғиҙуллина Курск өлкәһендә хәрби операцияла ҡатнашҡан атаһы менән осрашҡан. Лилиә атаһы фронтҡа киткәндән һуң ирекмән булып китә.

- Лилиәнең атаһы 2022 йылдан алып МХО зонаһында хеҙмәт итә. Ул гуманитар миссияны ойоштороусыларға атаһының хәҙер Курск йүнәлешендә бурыстар үтәүе хаҡында һөйләне, – тип хәбәр итте Башҡортостанда Халыҡ фронтының Йәштәр координаторы Рөстәм Сәләхетдинов. – Халыҡ фронты яҡын кешеләр өсөн сюрприз-осрашыу ойошторҙо. Был яугир өсөн Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды.

- Ҡыҙымың Курскиҙа булыуын белгәс, борсолдом. Бында тыныс түгел. Был осрашыуҙы ойошторғандарҙың барыһына ла рәхмәт, – тине "Мудрый".

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас