Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
20 Октябрь 2024, 16:35

Иң изге теләктәр менән

Быйылғы көҙгө саҡырылыш менән Күгиҙел ауылынан дүрт егет: Ғүмәров Инсаф, Даутбаев Инсаф, Даутов Мәүлит һәм Әбүбәкиров Айназ хәрби хеҙмәткә юлланасаҡтар. Күгиҙел ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы был егеттәр өсөн "Һалдат оҙатыу" кисәһе үткәрҙе. 

Иң изге теләктәр менәнИң изге теләктәр менән
Иң изге теләктәр менән

Борон-борондан ир-егеттең изге бурысы ул ил-йорттоң тыныслығын һаҡлау. Быйылғы көҙгө саҡырылыш менән Күгиҙел ауылынан дүрт егет: Ғүмәров Инсаф, Даутбаев Инсаф, Даутов Мәүлит һәм Әбүбәкиров Айназ хәрби хеҙмәткә юлланасаҡтар. Күгиҙел ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы был егеттәр өсөн "Һалдат оҙатыу" кисәһе үткәрҙе. -Беҙ бөгөн егеттәр һеҙгә изге теләктәр теләргә һәм шулай уҡ был осрашыуҙағы ата-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ, дуҫ-иштәрегеҙ менән һөйләшеү һеҙҙең хәтерегеҙҙә матур бер иҫтәлек булып һаҡланһын һәм һеҙҙе изге бурысығыҙҙы үтәп, тыуған яҡҡа ҡайтыуға әйҙәп тороусы бер хис булып ҡалһын - тине ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы. Егеттәргә шиғыр юлдары аша матур теләктәрен еткерҙе ойошма ҡатын-ҡыҙҙары. Шулай уҡ ауылдың имамы Илдар Рәхмәтуллин егеттәргә доға китаптары тапшырһа, ауылдың икенсе имамы Мөхәмәт Мәүлитов юл доғаһы бағышланы. Уларҙың класс етәкселәре Зимфира Сабит ҡыҙы, Айгөл Әбүзәр ҡыҙы, Миләүшә Мансур ҡыҙы уларҙың мәктәп ваҡытында ниндәй уҡыусы булғандарын һөйләнеләр, матур теләктәрен еткереп бүләктәр тапшырҙылар. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәрҙән дә әйтер һүҙҙәре, теләктәре күп булды. Билал ауылы хакимиәте башлығы Данис Рәфҡәт улы, егеттәрҙе дуҫтары Нәҙер Әминев, ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Азамат Нарынбаев, ауыл аҡһаҡалы Марат Даутбаев изге теләктәрен еткерҙеләр. Әлбиттә сарала булған бөтә ҡатнашыусыларҙың да теләктәре бер: Имен йөрөп, һау ҡайтығыҙ, егеттәр! Һеҙҙе беҙҙең ауыл көтә, һеҙҙе усаҡ яғып төн үткәргән тау-урмандар көтә, һеҙҙе дуҫтарығыҙ көтә һәм ,әлбиттә, һеҙҙе атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ көтә!

Автор:
Читайте нас