+24 °С
Ямғыр
"Үҫтерәйек батырҙарҙы!"
Былтыр Икенсе Этҡол ауылында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, танылған педагог һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәйне.Унда А.Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле конкурста Башҡортостандың ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә ижадсылар ҡатнашты.
Арҙаҡлы шәхескә арнап танылған йырсы, музыкант һәм композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин "Үҫтерәйек батырҙарҙы!" исемле йыр ҙа ижад итте.
А.Тажетдинов исемендәге сираттағы ижади конкурсты иғлан итергә лә ваҡыт етте.Ошо арала бәйгенең положениеһы менән таныштырырбыҙ.