Өфө ҡалаһы буйынса 7-се полиция бүлегенә 37 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ир өҫтәмә эш эҙләп мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгә. Интернет селтәрендә шәхси мәғлүмәттәрен ҡалдыра һәм бер нисә минуттан шылтыратыу ала. Енәйәтсе, ғариза биреүсене кредит алырға һәм «инвестиция иҫәбенә»аҡса индерергә күндерә. Аферист кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, ир 1,5 миллион һумдан ашыу кредит ала.
Өфөлә йәшәгән 75 йәшлек ҡатын менән йәнә бер мутлашыу осрағы теркәлгән. Пенсионерға йәнәһе лә Үҙәк банк белгесенән шылтыратыу килә. Шылтыратыусы хәбәр итеүенсә, ғариза биреүсенең банк иҫәбендә шикле әүҙемлек күҙәтелә һәм аҡсаны ашығыс рәүештә «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә кәрәк. Ялған белгестәргә ышанып, ҡатын енәйәтселәр иҫәбенә 1 миллион һумдан ашыу шәхси аҡса күсерә.
Һаҡ булығыҙ! Алданмағыҙ!