Ғаилә йылы
19 Октябрь 2024, 08:55

Ауылымдың батыр улы

Батырлыҡ дәресе үтте. 

Мәктәптең 5-се ,9-сы класс уҡыусылары менән (уҡытыусыһы Байегетова М.Ғ.) "Ауылымдың батыр улы ) исемле батырлыҡ дәресе үтте . Батырлыҡ , һәр дәүерҙең үҙ батыры булыуы ,тыныс тормошта ла үҙҙәренең батырлыҡтары менән донъяны һоҡландырған кешеләр булыуы тураһында әйтеп үтелде . Уҡыусылар 25 йыл хәрби осоусы булып армия сафында хеҙмәт иткән ауылдашыбыҙ генерал Булатов Мәхмүтйән Шәрифйән улының тормош һәм хеҙмәт юлы менән таныштылар . Ул 1929 йылдың 5 июнендә Юлыҡ ауылында тыуа . Шәрифйән һәм Рузикамал Тимербулатовтарҙың ғаиләһендә 5 бала үҫә :Мәхмүтйән ,Мәғрүф ,Мәрүәр ,Марат ,Айрат .Бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 88 йәшлек Мәрүәр Хасанова ғына иҫән-һау .Ағаһы Мәхмүтйән тураһында мәғлүмәтте унан яҙып алынды .Үҙендә һаҡланған ағаһының документтарын Юлыҡ мәктәбенең музейына тапшырырға ҡушты . Мәхмүтйән Булатов 1-7 се класты Юлыҡ мәктәбендә тамамлай .Ул тик яҡшы билдәләргә генә уҡый ,матур итеп һүрәт төшөрә .Һәләтле уҡыусыны уҡытыусылар Темәс педагогия училещеһына уҡырға ебәрәләр .Училещены тамамлағас Мәхмүтйән Шәрифйән улын шунда уҡытырға алып ҡалалар .Ике йыл эшләгәс ауылға яҡыныраҡ тип Юлдыбайға мәктәпкә уҡытырға ҡайта . Көҙөн Магнитагорскиға пед.институтҡа уҡырға инә .Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы аслыҡ ,яланғаслыҡ арҡаһында уҡыуын ташлап ҡайта .Армия сафына алына һәм шунда 25 йылға ҡала .Уны хәрби осусылар әҙерләй торған училещеға уҡырға ебәрәләр . 1949 -1975 йылдар хәрби летчик булып хеҙмәт итә . Ҡатыны Мәрйәм менән бер ҡыҙ ,бер малай үҫтерәләр .Хеҙмәте тулғас Мәскәүҙән өй бирәләр , шунда йәшәйҙәр . Мәхмүтйән Булатов тыуған ил алдындағы хеҙмәте өсөн "Ҡыҙыл йондоҙ " ордены ,бик күп медальдәр ,маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән . Быйыл уның тыуыуына 95 йыл тулды . Мәхмүтйән Шәрифйән улы 1994 йылдың 5 июнендә үлә . Бөгөнгө дәрестә Мәхмүтйән Булатовтың бер туған ҡустыһы Марат Тимербулатовтың ейәндәре Тимур һәм Азамат Тимербулатовтар ҡатнашты . Киләсәгебеҙ ошо үҫеп килгән быуын ҡулында .Үҙ иле ,халҡы өсөн батырлыҡ ҡылыусылар күберәк булһын .Донъяларыбыҙ имен , тыныс булһын . Дилбәр Маннапова, Китапханасы.

Ауылымдың батыр улы
Ауылымдың батыр улы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас