Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Октябрь , 13:40

Таныҡлыҡты электрон формала

Был күп балалы ғаиләләргә ҡағыла

Күп балалы ғаилә таныҡлығын электрон формала алырға мөмкин. Уның менән Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булғандар файҙалана ала. Электрон таныҡлыҡ ҡағыҙ таныҡлыҡ кеүек үк көскә эйә. Таныҡлыҡты асыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетығыҙға инегеҙ ҙә «Документтар» – «Ғаилә һәм балалар» бүлеген табығыҙ. Унда таныҡлыҡтың ике яҡтағы һүрәтен һәм QR-кодын күрерһегеҙ. Һәр ғаилә ағзаһы уны үҙенә күсереп алырға мөмкин һәм кәрәк булғанда смартфон экранынан йәки баҫма рәүештә күрһәтә ала. Әгәр QR-кодты күсереп алып булмаһа, һеҙгә урындағы халыҡты социаль яҡлау органында ярҙам итәсәктәр.

Халыҡ менән үҙ-ара эш итеү буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 100-00-01.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: